Україна Online: Новини | Політика

Телеграмна служба новин - Україна

Резидент

Мир сегодня с "Юрий Подоляка"

Труха⚡️Україна

Николаевский Ванёк

Лачен пише

Реальний Київ | Украина

Реальна Війна

Україна Online: Новини | Політика

Телеграмна служба новин - Україна

Резидент

Мир сегодня с "Юрий Подоляка"

Труха⚡️Україна

Николаевский Ванёк

Лачен пише

Реальний Київ | Украина

Реальна Війна

Україна Online: Новини | Політика

Телеграмна служба новин - Україна

Резидент

«Тамаша» журналы
«Тамаша» – республикабыҙ мәҙәниәтен һәм сәнғәтен яҡтыртҡан берҙән-бер махсус журнал.
TGlist reytingi
0
0
TuriOmmaviy
Tekshirish
TekshirilmaganIshonchnoma
ShubhaliJoylashuv
TilBoshqa
Kanal yaratilgan sanaAug 28, 2023
TGlist-ga qo'shildi
Mar 20, 2025Muxrlangan guruh
Т
чат «Тамаша» журналы комменты
0
Obunachilar
178
24 soat00%Hafta0-0.2%Oy
4-2.2%
Iqtiboslar indeksi
0
Eslatmalar0Kanallardagi repostlar0Kanallardagi eslatmalar0
Bitta postning o'rtacha qamrovi
71
12 soat710%24 soat710%48 soat71
44.9%
Ishtirok (ER)
1.41%
Repostlar1Izohlar0Reaksiyalar5
Qamrov bo'yicha ishtirok (ERR)
39.89%
24 soat0%Hafta0%Oy
14.05%
Bitta reklama postining qamrovi
0
1 soat00%1 – 4 soat00%4 - 24 soat00%
24 soat ichidagi barcha postlar
0
Dinamika
-
Rekordlar
20.03.202523:59
182Obunachilar09.03.202523:59
0Iqtiboslar indeksi30.04.202523:59
71Bitta post qamrovi17.04.202515:26
0Reklama posti qamrovi28.02.202515:45
21.05%ER03.04.202520:30
39.89%ERR18.03.202506:26
🌊 Үҙ тормошомдан тағы бер мажарамды бәйән итмәксе булдым.
Әллә йыйын малайҙар араһында үҫкәнгәме, еңмеш, дыуамал инем. 9-сы класты тамамлау алдында, яҙғы ташҡын мәлендә, үҙемдән бер йәшкә бәләкәй бер ҡыҙ менән бер-беребеҙҙе ҡотортоп, интернаттан шым ғына ҡасып, ауылға ҡайтырға сыҡтыҡ. Ағиҙелде моторлы кәмә менән сығаралар ине махсус кешеләр. Ауылға ҡайтыу өсөн кәмендә ике тапҡыр Бетерә йылғаһын кисергә тейешбеҙ.
"Туғаш" тигән яланды үткәс, тәүге Бетерә. Бына йылғаға еттек, бик ҡурҡыныс, йылға аша итектәрҙе ташлағайным, ярға еткерә алмай, итектәрем ағып китте. Кисеү тәңгәле һайыраҡтыр, тип тәүәккәлләп йылғаға төштөм, муйыныма етә яҙҙы, күлдәгемде, һыуланмаһын тип, башыма урағайным. Теге ярға имен-аман барып сығып, артыма ҡараһам, теге ҡыҙым юҡ, кире ҡайтып киткән. Артыҡ уйланып торманым, юлымды дауам иттем. Тағы Бетерә... Уныһын ҡабаҡ буйлап үтеп була. Яланаяҡ, итектәр юҡ бит инде, таш араһынан яланға барып сығып, "Иртуған" тигән ике ҡалҡыулыҡты үтеп, "Артылыш"ҡа төштөм. Уның Бетерәһен кисмәйенсә булмай. Яр ситенән төшөү менән һыу муйыныма етте, йәнә төбө батҡаҡ, аҫҡа һөйрәй. Яр ситендәге талдарға йәбешеп, саҡ кире килеп сығып, шунда ятҡан ҙур ташҡа баҫып тирә-яҡҡа ҡарап торҙом да, ни булһа ла булыр, тип тауға үрмәләргә булдым. Бында тауҙар ныҡ текә, бейек, етмәһә, иртә яҙҙа йәбешерлек бер нәмә лә юҡ. Селектәргә йәбешһәң, төбөнән ҡутарылып килә лә сыға. Күмәгерәк селекте услап йәбешеп, арыуыҡ ерҙе үткәйнем, ҡарғалар ҡарҡылдай башланы. Минең исемде ҡысҡырған һымаҡ ишетелә ҡолағыма. Артҡа юл юҡ, бары алға ынтылам. Өс тауҙы үттем, тағы берәү генә ҡалды.
Был тауҙы ла үткәс, "Һарыташ"ҡа килеп төшөп, иркен тын алып, Туры йылғаны кисеп сығып, ауылға ыңғайланым. Ниһайәт, "Атүлгән" яланына килеп төштөм.
Иркен тын алдым, ауылым күренеп ята, тәки ҡайтып еттем бит. Һырҙай ҡанға туҙған аяҡ-ҡулды бер күләүектә йыуып, күлдәгемде кейеп алдым да, нисектер аҡмай торған күпер аша сығып, кәртә артынан өйгә йүгерҙем, яланаяҡ булғас, кеше күрһә аптырар, тием инде.
Өйгә инеү менән аптырап киттем, әсәйем илап шешенеп бөткән, эргәһендә Бибикамал еңгәм ултыра. Нимә булды икән, тип ныҡ ҡурҡтым. Мине күреү менән икәүләп илай башланылар. Баҡһаң, теге ҡыҙ интернатҡа ҡайтып, минең ауылға ҡайтҡанымды әйткән дә, ауылға телефондан хәбәр иткәндәр икән. Ике туған ағайымдар һыбай сығып, "Артылыш"ҡа барып, таш өҫтөндә минең аяҡ эҙемде күреп, эҙләп ҡарағандар, ҡысҡырғандар. Минең ҡарға тигәнем ағайымдар булған инде, һыуға аҡҡандыр, тип илашып ҡайтып ингәндәр.
- Әсәй, минең итектәрем ағып китте, - тигәйнем, әсәйем, үҙең тере булғас, итек табылыр, тип яйлап тынысланды. Еңгәм юрғанға урап ултыртты. Ошо дыуамаллығың бер нәмәгә осратып ҡуймаһын, Аллам һаҡлаһын, тип ҡабатлай ине әсәйем.
Эйе, Аллама шөкөр, һәр төрлө хәтәрҙәрҙән һаҡланы ошо көнгә тиклем. Күрер көндәрем, ейер ризығым бөтмәгәндер. Йәнә тыуасаҡ сабыйҙарым хаҡына һаҡлағандыр Ул мине.
Фәриҙә Мәзитова.

19.03.202505:54
БОҘ ӨҪТӨНӘН...
(шиғри хикәйә)
Иҫкә төштө әле ҡапыл ғына,
Боҙ уйылып, сумғандарым һыуға.
Шатланғаны һуң(ы)нан әсәйемдең,
Минең икенсе ҡат тыуғаныма.
Яҙ, күрәһең, иртә килгән булған,
Мурт уйылды март айының боҙо.
Өтөп алды шунда боҙ һалҡыны,
Шуға таныш боҙҙоң зәһәр ҡуҙы.
Өтөп алды. Тәнем генә түгел,
Йәнем тартышҡаны хәтеремдә.
Шунан алып тартҡылашып йәшәй,
Боҙ менән ҡуҙ минең хистәремдә.
Боҙ аҫтынан яҙмыш тартып алғас,
Ярға сығып, ҡуҙҙа мин бейенем.
Шартлап һынды шул саҡ өҫтөмдәге
Боҙға ҡуша ҡатҡан бар кейемем.
Боҙло һыуҙа еңелерәк ине,
Шуны иҫләй бына һаман тәнем.
Ә март еле мине үтә тиште,
Өҙгөләнде, теткеләнде йәнем.
Кей(е)мем-нием менән ҡуша ҡаттым,
Селпәрәмә килде бөгөнгө көн.
Тойҙом шунда, илай-илай тойҙом,
Үҙем һөйрәп барған донъя йөгөн.
Ә ул йөгөм, китаптарым һыйған,
Бәп-бәләкәй генә сумка ине.
«Һыуландылар инде!..» - тигән бер уй
Йөрәгемде тетә, өтә ине.
Ысҡындырмаҫҡа, тип, мин, сумкамдың,
Тотҡаһынан матҡып тотоп алып,
Үҙ-үҙемде түгел, тәүҙә уны,
Боҙ өҫтөнә һалам, һыуҙан табып.
Оҙаҡ ыҙаландым. Боҙҙо йырып,
Сыҡҡас икәс әле яр ситенә.
Ҡарап торҙом, кейемемдән түгел,
Һыу аҡҡанын китап биттәренән.
Бар байлығым түгел, бар булмышым,
Һыйған, гүйә, китап муҡсаһына.
Ҡулым ҡатып ҡалған, йәбешкән дә
Ысҡындырмаҫҡа тип, тотҡаһына.
Үҙем иҫән, тиеп уйлау юҡ ул,
Китаптар йәл бына, китаптар йәл.
(Һин үҙеңде нығыраҡ ярат, тиеп,
Өйрәтмәнеләр шул беҙҙе әүәл...)
Китаптар йәл!..
Әйтерһең, бар донъя
Һыу төбөнә китә яҙҙы бөгөн.
Мин күтәреп алып сыҡтым кеүек,
Ғәйебемде – лыс һыу донъя йөгөн.
Йөрәгемде иҙгән ошо хәлгә
Иларғамы бөгөн, көлөргәме?
Китаптарҙы йәлләп илауымды
Әкиәт итеп кенә һөйләргәме?!
Боҙ ҡуҙғалған саҡта әле һаман
Ниндәйҙер ут өтә йөрәгемде.
Хәҙер беләм тәүҙә - үҙ-үҙемә,
Үҙ-үҙемә тәүҙә кәрәгемде!
Лысма һыуҙар булып, үҙемдән дә
Оло донъя йөгөн тартып киләм.
Яҫтыҡ ҡалынлығы ышаныстың
Шартлап уйылырын, эйе, беләм.
Убылырын беләм донъяларҙың
Бер көн килеп даръя төптәренә.
Бына бөгөн ни һалайым икән,
Һыу төбөнә китер биштәремә?!
Даръя булып, яҙмыш аҡтарыла,
Бер-берәүһе ырғытһасы таяҡ!?.
Һыуҙан сығып, ҡуҙға баҫыр өсөн,
Ярға йөҙәм, үҙем – яланаяҡ...
Һыуға һеңә алмай, әле һаман
Тартышалар миндә боҙ менән ҡуҙ.
Йөрәгемдә йәшәй боҙ өҫтөнән
Донъя йөгөн һөйрәп барған бер ҡыҙ.
Ғәлиә Кәлимуллина
(шиғри хикәйә)
Иҫкә төштө әле ҡапыл ғына,
Боҙ уйылып, сумғандарым һыуға.
Шатланғаны һуң(ы)нан әсәйемдең,
Минең икенсе ҡат тыуғаныма.
Яҙ, күрәһең, иртә килгән булған,
Мурт уйылды март айының боҙо.
Өтөп алды шунда боҙ һалҡыны,
Шуға таныш боҙҙоң зәһәр ҡуҙы.
Өтөп алды. Тәнем генә түгел,
Йәнем тартышҡаны хәтеремдә.
Шунан алып тартҡылашып йәшәй,
Боҙ менән ҡуҙ минең хистәремдә.
Боҙ аҫтынан яҙмыш тартып алғас,
Ярға сығып, ҡуҙҙа мин бейенем.
Шартлап һынды шул саҡ өҫтөмдәге
Боҙға ҡуша ҡатҡан бар кейемем.
Боҙло һыуҙа еңелерәк ине,
Шуны иҫләй бына һаман тәнем.
Ә март еле мине үтә тиште,
Өҙгөләнде, теткеләнде йәнем.
Кей(е)мем-нием менән ҡуша ҡаттым,
Селпәрәмә килде бөгөнгө көн.
Тойҙом шунда, илай-илай тойҙом,
Үҙем һөйрәп барған донъя йөгөн.
Ә ул йөгөм, китаптарым һыйған,
Бәп-бәләкәй генә сумка ине.
«Һыуландылар инде!..» - тигән бер уй
Йөрәгемде тетә, өтә ине.
Ысҡындырмаҫҡа, тип, мин, сумкамдың,
Тотҡаһынан матҡып тотоп алып,
Үҙ-үҙемде түгел, тәүҙә уны,
Боҙ өҫтөнә һалам, һыуҙан табып.
Оҙаҡ ыҙаландым. Боҙҙо йырып,
Сыҡҡас икәс әле яр ситенә.
Ҡарап торҙом, кейемемдән түгел,
Һыу аҡҡанын китап биттәренән.
Бар байлығым түгел, бар булмышым,
Һыйған, гүйә, китап муҡсаһына.
Ҡулым ҡатып ҡалған, йәбешкән дә
Ысҡындырмаҫҡа тип, тотҡаһына.
Үҙем иҫән, тиеп уйлау юҡ ул,
Китаптар йәл бына, китаптар йәл.
(Һин үҙеңде нығыраҡ ярат, тиеп,
Өйрәтмәнеләр шул беҙҙе әүәл...)
Китаптар йәл!..
Әйтерһең, бар донъя
Һыу төбөнә китә яҙҙы бөгөн.
Мин күтәреп алып сыҡтым кеүек,
Ғәйебемде – лыс һыу донъя йөгөн.
Йөрәгемде иҙгән ошо хәлгә
Иларғамы бөгөн, көлөргәме?
Китаптарҙы йәлләп илауымды
Әкиәт итеп кенә һөйләргәме?!
Боҙ ҡуҙғалған саҡта әле һаман
Ниндәйҙер ут өтә йөрәгемде.
Хәҙер беләм тәүҙә - үҙ-үҙемә,
Үҙ-үҙемә тәүҙә кәрәгемде!
Лысма һыуҙар булып, үҙемдән дә
Оло донъя йөгөн тартып киләм.
Яҫтыҡ ҡалынлығы ышаныстың
Шартлап уйылырын, эйе, беләм.
Убылырын беләм донъяларҙың
Бер көн килеп даръя төптәренә.
Бына бөгөн ни һалайым икән,
Һыу төбөнә китер биштәремә?!
Даръя булып, яҙмыш аҡтарыла,
Бер-берәүһе ырғытһасы таяҡ!?.
Һыуҙан сығып, ҡуҙға баҫыр өсөн,
Ярға йөҙәм, үҙем – яланаяҡ...
Һыуға һеңә алмай, әле һаман
Тартышалар миндә боҙ менән ҡуҙ.
Йөрәгемдә йәшәй боҙ өҫтөнән
Донъя йөгөн һөйрәп барған бер ҡыҙ.
Ғәлиә Кәлимуллина

20.03.202503:57
📆 КӨСИМА*
Кескәй саҡтан кес(е) йоманы
Көсима тип белеп үҫтек.
Кешелеккә көс икәнен,
Көс-иман тип белеп үҫтек.
Көсимала көс тупланы
Көләс йөҙлө өләсәйҙәр.
Кеселеккә өйрәттеләр
Эсә-эсә кәсә сәйҙәр.
Көсиманың көсө күскә
Күсә-күсә-күсә килә.
Күстең көсөн көҫәй-көҫәй
Көсөм үҫә-үҫә килә.
* кесаҙнаны өләсәй-әсәйҙәрҙең әйтеүе
© Ҡарағужина Зөлфирә
Кескәй саҡтан кес(е) йоманы
Көсима тип белеп үҫтек.
Кешелеккә көс икәнен,
Көс-иман тип белеп үҫтек.
Көсимала көс тупланы
Көләс йөҙлө өләсәйҙәр.
Кеселеккә өйрәттеләр
Эсә-эсә кәсә сәйҙәр.
Көсиманың көсө күскә
Күсә-күсә-күсә килә.
Күстең көсөн көҫәй-көҫәй
Көсөм үҫә-үҫә килә.
* кесаҙнаны өләсәй-әсәйҙәрҙең әйтеүе
© Ҡарағужина Зөлфирә
29.03.202508:35
ЭЛЕГЕРӘК, ӘҮӘЛЕРӘК...
Элегерәк, әүәлерәк, бала саҡта,
Һыуҙар алдыҡ мәкеләрҙән.
Ә йәйҙәрен яр ситендә өйҙәр "һалдыҡ",
Күкһелләнеп торған мәтеләрҙән.
Өй эсенә тултырҙыҡ беҙ урындыҡтар,
Ултырғыстар,өҫтәлдәргә сынаяҡтар...
Иҫтәлектәр, хәтирәләр күңелдәрҙә...
Теләһәк тә ҡайтмаҫ инде, эх, ул саҡтар...
Элегерәк, әүәлерәк, бала саҡта,
Һикерешеп уйнаныҡ беҙ таштан-ташҡа...
Ҡышлауарҙың һыуҙарында кер сайҡаныҡ...
Һағынһаҡ та ҡайтып булмаҫ, эх, ул саҡҡа...
Элегерәк, әүәлерәк, бала саҡта,
Ғәмһеҙ, моңһоҙ, уйһыҙ ғына ябай мәлдәр...
Әллә ҡайҙа тороп ҡалған шул саҡтарҙы,
Табып булһа ҡайтарырға бер әмәлдәр...
Элегерәк, әүәлерәк, беҙ йәш саҡта,
Яҙын усаҡ яға инек тау битендә.
Гармун моңо, наза-ҡайыш уйнағандар...
Оноторлоҡ түгелдәр шул, гел иҫемдә...
Элегерәк, әүәлерәк, беҙ йәш саҡта,
Тәүге һөйөү, ғашиҡ булып йөрөүҙәрем...
Йөрәк өҙөп, иҫтән сыҡмай шул саҡтарым,
Мөхәббәт тип күҙ йәштәрем түгеүҙәрем...
Элегерәк, әүәлерәк, беҙ йәш саҡта,
Эй самими, эй мөҡҡәдәс, иң саф хистәр...
Атлап түгел, күккә ҡарап, йондоҙ һанап,
Ҡанатланып осоп йөрөгән айлы кистәр...
Элегерәк, әүәлерәк, беҙ йәш саҡта...
Эх, һөйләргә ҡалды инде олоғайғас...
Үкендерә, көрһөндөрә, илата ла,
Күңелеңдең һауыттары мөлдөрәптәр генә тулғас...
Эх, ул саҡтар...
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА

17.03.202503:07
21 мартта 19:00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы Рәзифә Динмөхәмәтованың юбилей бенефисы була.
24.03.202504:02
🎨 Эко-рәссам Бетани Энн (Bethany Ann C) картиналарын тик йығылған ағас ботаҡтарында ғына ижад итә. Өҫтәүенә, ул бер ҡасан да заказ буйынса эшләмәй - был хәҙер яңы тренд. Авторҙың әҙер эштәрен һатып алырға мөмкин, әммә портрет йәки интерьер өсөн башҡа төрлө сәнғәт әҫәрен уға заказ биреп эшләтеү мөмкин түгел.

02.04.202515:19
02.04.202515:20
✨Тәнзилә Хисамова күркәм юбилейын билдәләй
2025 йылдың 4️⃣ апрелендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Тәнзилә Хисамова үҙенең матур ғүмер байрамын – 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Был көндө театрҙа Хәлисә Мөҙәрисованың әҫәре буйынса «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһы (режиссёры Айрат Абушахманов) күрһәтеләсәк. Юбиляр Әсә ролендә сығыш яһаясаҡ.
Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамова Ишембай районының Һайран ауылында тыуып үҫкән. 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген уңышлы тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эш башлай.
Ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған, ижад емештәре менән республиканың мәҙәни мираҫына ҙур өлөш индергән, халҡының рухын байытҡан Тәнзилә Хисамованың исеме театр йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Сәхнәнән инде нисәмә быуын тамашасыһына бәхетле минуттар, яҡты хистәр бүләк итә ул.
Талантлы актриса тәүге ролдәренән үк тамашасыларҙың, театр йәмәғәтселегенең оло ихтирамын һәм һөйөүен яулай. Ул драматик, комик, лирик һәм киҫкен характерлы образдарҙы берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. Сәлимә («Шоңҡар», Ә.Атнабаев), Люба («Өлөшһөҙҙәр», Н.Лесков), Таңсулпан («Таңсулпан», Ҡ.Даян), Надя, Полина («Трибунал», А.Макаёнок), Гөлниса («Рәйсә + Фәйзи», Н.Асанбаев), Зөмрәт («Нәркәс», И.Йомағолов), Мәғәфүрә («Минең ғаиләм», Т.Дәүләтбирҙина), Ил инәһе («Ай тотолған төндә», М.Кәрим), Әсә («Бәхет хаҡы», Х.Мөҙәрисова), Фәнүзә («Бер мәл санаторийҙа...», Н.Ғәйетбаев), Ғилми («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафури), Убырлы ҡарсыҡ («Зөләйха күҙҙәрен аса», Г.Яхина), Бәндәбикә («Бөйрәкәй», Т.Ғарипова) һәм башҡа бик күп ролдәре быға асыҡ дәлил булып тора. Ниндәй генә героиняларҙы уйнамаһын, бөтә күңелен, тырышлығын һалып, һәр береһенә шәхси ҡараш табып, үҙ тәжрибәһенән сығып байыта уларҙы Тәнзилә Динислам ҡыҙы.
Актриса кино сәнғәтенә лә ҙур өлөш индерә. Уны башҡорт кинорежиссёрҙары төшөргән «Миҙал», «Ай ҡыҙы», «Өс таған», «Бетеү» фильмдары аша беләләр, яратып ҡарайҙар.
Тәнзилә Хисамованың Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ижад итеүенә ярты быуаттан ашыу ғүмер уҙған. Ул бөгөнгө көндә лә Театр ғали йәнәптәренә тоғро, дәртләнеп халыҡтың күңелен рухи яҡтан байытырлыҡ образдар тыуҙыра, сәнғәткә һөйөү уята. Ижади ҡомар менән янып-ярһып йәшәй Актриса! Уның фиҙаҡәр хеҙмәте, ижади энергияһы – йәштәргә оло үрнәк, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ өлгөһө, ысын мәғәнәһендә ижади ҡаһарманлыҡ билдәһе. Сәхнәһеҙ үҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай Тәнзилә Динислам ҡыҙы, сөнки театр уның өсөн эш урыны ғына түгел, ә бөтә яҙмышы, бар булмышы.
Әллә күпме сағыу ролдәре менән тамашасы күңелен әсир иткән һоҡланғыс, мәңге йәш һәм алсаҡ Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамованың юбилей бенефисына көтөп ҡалабыҙ! 19:00 сәғәттә башлана.
Гөлназ Ғәлиева,
Театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге мөхәррире

01.04.202504:31
27.03.202504:06
✳️Бер хикмәтле кеше әйткән:
✅Кешене – кешеләр алдында маҡта, әммә икәүҙән-икәү булғанда ғына тәнҡит ит.
✅Кешеләргә ике тапҡыр мөмкинлек бир, әммә өсөнсөһөн түгел.
✅Аҡса һиңә бәхет килтерер тип көтмә.
✅Әгәр бай булырға теләһәң, мөлкәтеңде арттырырға уйлама, әммә һаранлығыңды ғына кәмет.
✅Бөйөк нимәләр тураһында уйлан, әммә бәләкәй генә шатлыҡтан да ләззәт тап.
✅Башта өс тапкыр уйла, шунан өндәшмә.
✅Бер ҡасан да сигенмә, һуңғы сиккә тиклем яҡшылыҡҡа өмөтлән, сөнки барыһы ла юғалған кеүек тойолһа ла, ярҙам көтмәгән яҡтан килә.

Ko'proq funksiyalarni ochish uchun tizimga kiring.