Б. Хәй. ХАЖИӘХМӘТ БАТЫР
(Башҡорт тарихынан бер бит)
Революция һәм Граждандар һуғышы осоронда хәрби тормош бик күп башҡорт лидерҙарын, батырҙарын тыуҙыра. Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Сөләймән Мырҙабулатов Шәһит Хоҙайбирҙин, Шәйехзада Бабич, Шәмсетдин Ғафаров, Харис Йомағолов, Мстислав (Мөхәмәтйән) Кулаев, Гәрәй Ҡарамышев һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәрҙе иҫкә алғанда, шулар менән ҡуша Хажиәхмәт Унасовты ла телгә алыу бик кәрәк, сөнки уның тураһында яҙмалар бик һирәк әле тип уйлайым. Күптәр үҙ халҡын яһилдәрҙән ҡурсылап яуға күтәрелергә мәжбүр булалар, шулар араһында Хәжиәхмәт батыр ҙа бар.. Был юҫыҡта уға арналған һәм Граждандар һуғышы ваҡиғаларын тәсфирләгән, минең күҙгә эләккән сығанаҡтарҙан түбәндәгеләрҙе һанап китергә була:
Азат Ярмуллин. У истоков Башкирской республики. Уфа, КИТАП, 2017;
Азамат Тажетдинов. Беҙ – байымдар.Сибай, 2003;
Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө, 1997;
Баймакская энциклопедия. Уфа, 2013;
Борис Хәйретдинов. Ынтылыш. Роман. Сибай – 2015;
Заки Валиди Тоган. Воспоминания. Книга II, Уфа, 1998;
История башкирского народа в 7-ми томах. М., 2000-2012.
История башкирских родов. Бурзян. Том 31, часть I. Уфа, 2018
Йыһат Солтанов. Хәжиәхмәт Унасов. Ҡанлы йылдар. Сибай – 2011;
Ринат Камал. Башҡорт ғәскәре. Өфө, 2018;
Сайгафаров А, Утягулов Р. Баймакский край. Уфа, 2002;
Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Өфө,
1993;
Әсфәндийәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы. Өфө, 2005.
Образование БАССР. Сборник документов и материалов. Уфа, 1959;
Сказание о земле Баймакской. Уфа, 1998;
Ринат Байымов. Сыбар шоңҡар. Өфө, 1997;
Руденко С. И. Башкиры. Историко-этнографические очерки. М.- Л.,
1955;
Муртазин М. Л. Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну.
М., 1927;
Шәһәрғәзе сәсән. (туплаусы А. Тажетдинов), Өфө, 2005
Хрестоматия по истории Башкортостана. Уфа, 2001:
Юлдашбаев Б. Х. Новейшая история Башкортостана. Уфа, 1995.
Яңы Совет власының 19 май (1920 й.) декреты башҡорттарҙа оло ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, сөнки уның буйынса Башҡортостан автономияһы иғлан ителһә лә, һәр наркоматты Үҙәккә бойһондороу ҡаралған була. Был хәл, әлбиттә, бынан алдағы килешеүҙе юҡҡа сығарған, үҙаллылыҡ (суверенитет) юҡ кимәлендә булып ҡалған. Бындай шарттарҙа бынан алда халыҡ тарафынан Темәстә һайланған һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлаған Башревком ағзалары, башҡаса ҡаршы тороу ысулын таба алмағас, ризаһыҙлыҡ белдереүен властарга еткереү өсөн эштәрен ташлап китергә ҡарар сығарып, уны бойомға ашырыу юлына баҫалар.
1920 йылдың 20 июнендә ҡасып киткән Башревком ағзаларым-вәлидовсылар һәм уларҙың фекерҙәштәре Яңы Усман ауылында урынлаша. Унда яңы властҡа ҡаршы тороу мәсьәләләре ҡарала. Ошо ваҡыттан башлап ҡыҙылдар бар халыҡ советтарға ҡаршы, йәғни контрреволюционерҙар тип һанап, совет хөкүмәте башҡорт халҡына ҡаршы “ҡыҙыл террор” үткәрә башлай. Владислав Поленов һәм Руденко етәкселегендәге ҡыҙыл ҡырғын әтрәттәре тыныс ятҡан ауылдарға инеп, башҡорттарҙы атып, аҫып, ҡылыс менән сабып язалап, мал-тыуарын, өй мөлкәттәрен тартып алып, халыҡта үҙенә ҡаршы асыу тыуҙыра.
Был ҡыҙыл әтрәт Бөрйән-Түңгәүер олоҫона инә. Поленов осраған һәр бер башҡортто дезертир, контрреволюционер тип һанап, юлда осрағандарҙы ла, ауылдарҙа ла ҡамсы менән ярыла, аяҡтарҙы штык менән сәнскеләйҙәр, ҡолаҡтарын өҙәләр, танауҙарын ҡырҡалар, йә судһыҙ-ниһеҙ тотоп атып китәләр. Ауылдарҙа ҡыҙылдар тарафынан күҙ терәп торған мал-мөлкәт тартып алына. Руденко был малдарҙы Преображенскийгә ташый, урыҫ утарҙарына тарата. Курочкин, Воробьев ҡырғын әтрәттәре лә ошондай уҡ эштәр менән ҡылана, ауылдар талана, утарҙар ҡанға батырыла. Ә яҡлаусы бер-ниндәй көс юҡ. Нишләргә?
Икенсе яҡтан аслыҡ-яланғаслыҡ, тиф һәм башҡа төрлө ауырыуҙар таралыуы бик ҡырҡыу төҫ алған. Ике йыл буйы вәхшиҙәрсә ике яҡлап талау һәм кҡсләү арҡаһында былай ҙа бик ярлы йәшәгән башҡорт халҡы тамам бөлгән, иң кәрәкле ирҙәр һуғышта үлгән, ауылдар яндырылған.