📌ТАЛПАН ЫСЫН КҮПМЕ?
Мессенджерҙарҙа күп талпан төшөрөлгән видео таратҡандар. Унда урманға сыҡмаҫҡа саҡырғандар һәм был хәл Башҡортостанда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, тип күрһәткәндәр.😱
💯Әммә 7 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалған 13 кеше мөрәжәғәт иткән. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, уларҙың һаны уртаса кимәлдән артмаған.
💯Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалы мәғлүмәттәренә ярашлы, миҙгел башланғандан алып 9 талпан энцефалит һәм боррелиозға тикшерелгән.
⚡Видеоны ҡарап, унда иксодлы талпандарҙың дала төрөнә ҡарағандары төшөрөлгән, тип фаразларға була.
✅Бындай талпандар күберәген Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында, Көнбайыш Себер, Ҡырым, Кавказ (Кавказ аръяғында ла), Урта һәм Түбәнге Волга буйында йәшәй.
📍Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор видео авторын бәйләнешкә сығырға саҡыра: rpnrb@02.rospotrebnadzor.ru